Kategoriler
Bashinform

«Ялҡындан һәм хистән ҡойолған…» фильмы авторҙары Назар Нәжми исемендәге премия лауреаттары булды

Өс йыл элек Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Гәүһәр Батталова етәкселегендәге ижади төркөм Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тормошо һәм ижады тураһында «Ялҡындан һәм хистән ҡойолған…» документаль фильмын төшөрҙө.

Положениеға ярашлы, Назар Нәжми исемендәге премия ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Пандемияға бәйле 2020 йылда конкурсты уҙғарыу бер йылға кисектерелде. 2021 йылдың 21 ғинуарында, Назар Нәжмиҙең тыуған көнө алдынан (1918 йылдың 5 феврале), конкурс комиссияһы хәҙерге замандың бөйөк лирик шағиры хаҡында «Ялҡындан һәм хистән ҡойолған…» фильмы авторҙарына ошо премияны биреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

5 февралдә Дүртөйлө районында Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуған көнөнә бағышланған саралар ойошторола. Улар ҡалала Назар Нәжмиҙең бюсына сәскә һалыуҙан башлана. Шунан һуң район етәкселеге, Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев, шағир Нурлан Ғәниев, шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина, шағирә, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Назар Нәжми исемендәге премия лауреаттарынан торған делегация бөйөк шағирҙың тыуған көнөнә арналған башҡа сараларҙа ҡатнаша. Шул көндө Назар Нәжми исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы була.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тормошо хаҡында документаль фильм 5 февралдә иртәнге сәғәт 10-сы 25 минутта тәүлек әйләнәһенә эшләгән «Сәләм» телеканалында ҡабатлап күрһәтелә.

Ижади төркөм – Әлфиә Арыҫланова, режиссер-монтажер; Урал Ғатауллин, ҡуйыусы оператор; Урал Мөхәмәтйәров, композитор; Илгиз Насипов, оператор; Ирина Ишемйәрова, продюсер.

«Ялҡындан һәм хистән ҡойолған...» фильмы авторҙары Назар Нәжми исемендәге премия лауреаттары булды
Kategoriler
Bashinform

Март айынан күрше төбәктәрҙә Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре эш башлай

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында күрше төбәктәрҙә Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу проекты менән еңеү яуланы.

Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров етәкселегендәге делегация Силәбе өлкәһендә район һәм ҡала хакимиәттәре менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Ҡыҙыл районында һәм Магнитогорск ҡалаһында йәкшәмбе мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде. Тәү сираттағы ойоштороу мәсьәләләре, артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде.

Әлеге ваҡытта Арғаяш районының күпселек мәктәптәрендә, быйылғы уҡыу йылынан Ҡоншаҡ районының биш мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыла. Шулай уҡ Миәс һәм Магнитогорск ҡалаларында, Ҡыҙыл районында башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу хаҡында килешеүҙәр төҙөлдө. Был райондар юҡҡа ғына һайланмаған, сөнки урындағы милләттәштәребеҙ күптән үҙ туған телендә белем алырға теләк белдерә ине.

«Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре урындағы мәктәптәрҙә асыла. Йәкшәмбе мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы дәрестәре, ҡурай һәм бейеү түңәрәктәре ҡаралған. Дәрестәрҙе урындағы уҡытыусылар менән берлектә Учалы һәм Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһының республика гимназия-интернаты уҡытыусылары ойоштора. Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәренең эшен март айында башлап ебәрергә ниәтләйбеҙ», — ти Булат Зинуров.

Башҡорт телен күрше өлкәләрҙә дүрт меңдән ашыу уҡыусы өйрәнә һәм бында ыңғай динамика күҙәтелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә. Быйыл ҡатнашҡан 726 уҡыусы араһында 6 күрше төбәк уҡыусылары ла бар ине. Киләсәктә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә берләштергән башҡорт мөхите үҙәктәренә әүерелер тип күҙаллана.

Март айынан күрше төбәктәрҙә Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре эш башлай